Асылғандан алып ул автомобиль сәнәғәте, юл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәләре өсөн 60 меңгә яҡын белгес әҙерләгән. Юбилей датаһы уңайынан Республика Профсоюздар йортонда тантаналы йыйылыш үтте. Уҡыу йорто тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында киләһе яҙмала.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Өфө автотранспорт колледжының юбилей сараһында почетлы ҡунаҡтар иҫәбендә. 8-се класты тамамлағандан һуң ул тәүге һөнәри белемен тап ошо уҡыу йортонда алған. Инженер техник-механик һөнәрен үҙләштергән. Сәнғәт эшмәкәре билдәләүенсә, уның сәхнәгә тәүге аҙымдары ла тап техникумда башланған.
Өфө автотранспорт колледжының 95 йыллығына арналған тантанаға төрлө йылдарҙа уҡыу йортонда эшләгән тәжрибәле остаздар-хеҙмәт ветерандары ла саҡырылғайны. Улар урта һөнәри белем биреү учреждениеһының бөгөнгө уңыштарын да уртаҡлашты.
Һуңғы йылдарҙа колледж күләмле яңырыу кисергән: заманса йыһазландырылған кабинеттар һәм оҫтаханалар барлыҡҡа килгән. Транспорт өлкәһенә кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорто «Профессионалдар» һәм «Абилимпикс» кеүек күләмле чемпионаттарҙың төбәк этабын уҙғарыу майҙансығы ла. Студенттар ҙа һөнәри оҫталыҡ конкурсы, ил кимәлендәге ярыштар еңеүселәре.
Студенттар һөнәр үҙләштереүҙән тыш, мәҙәни-спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Фольклор, вокал ансамблдәр эшләй, театр студия, «Автомобилист» спорт клубы булдырылған. Колледжда патриотик тәрбиәгә лә иғтибар бүленә, хәрби-спорт саралары, ветерандар менән осрашыуҙар үтә. «Юнария» хәрәктенә генә 2021 йылдан 320 студент ҡушылған. Шулай уҡ бында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе айырым юнармия полкының кадет ротаһы ойошторолған.
Гөлназ Хәйбуллина