Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль Ғилми-тикшеренеү институтының Өфө ботаника институты менән бергә алып барған проекты төбәктә умартасылыҡҡа ярҙам булараҡ йүнәлтелгән. Донъялағы беренсе нектар урманына нигеҙ һалыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева осрашты.
Йүкә ағасын үҫтереү өсөн түҙемлек кәрәк. Орлоҡтар йә шытып сыға, йә юҡ, ике йыл тирәһе тәрбиәләргә, көтөргә кәрәк. Был үҫентеләр ныҡышмал ғалимдарҙың хеҙмәт емеше. Башҡортостан урмандарында йүкәнең бер төрө үҫһә, һынау участкаһында уның 45 сорты ултыртылған. «Нектар урманы» проекты Өфө федераль Ғилми-тикшеренеү институтының Өфө ботаника институты менән бергә алып барыла.
Ағас үҫентеләре ҡала эсендәге баҡсала 4 йыл тирәһе үҫтерелгәс, Нуриман районы Ҡыҙыл-Баржау ауылы янындағы урман өсөн бүленгән участкаға күсерелә.
Беренсе нектар урманында йөҙ төрҙән ашыу ағас үҫәсәк. Йүкәнән башҡа тал һәм саған, экзотик ағастар, төрлө ҡыуаҡтар ултыртыла. Ағастар сиратлап сәскә атасаҡ. Сәскә атыу осоро апрелдән октябрҙең егермеләренә тиклем дауам итәсәк, ти ғалимдар.
Өҙлөкһөҙ сәскә атҡан нектарлы урман бал ҡорттарына умартасылыҡ миҙгеле дауамында бал йыйырға мөмкинлек бирәсәк.
2024 йылдан институт хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр Нуриман районындағы 18 гектар майҙанда йыл һайын нектарлы ағас һәм ҡыуаҡ ултырта. 1 мең ярым ағас үҫентеһе буйынса фәнни мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алыу үткәрелгән. Уның йомғаҡтары буйынса, донъяның төрлө мөйөштәренән килтерелгән орлоҡтарҙан үҫтерелгән ағастар Башҡортостан климатына ереккән.
Рәсәйҙә һәм донъяла тәүге тапҡыр фәнни нигеҙҙә барлыҡҡа килгән баллы урмандың киләсәктә шаулап үҫеренә шик юҡ. Тимәк, йүкә балы ла буласаҡ, фәнни урман быға ярҙам итер тип көтөлә. Нуриман умартасылары йүкә ағасы сәскә атҡанда ямғыр яуһа хафаланмаясаҡ.
Рәмилә Исмәғилева