Ижадсылар майҙан тотто. Баймаҡ районында Азамат Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе Этҡол ауылында үткән сарала конкурсанттарҙан тыш, Ырымбур өлкәһе башҡорттары делегацияһы ла ҡатнашты. Киләһе яҙмала.
Ижадҡа сик юҡ. Уға география ла, йәш арауығы ла мөһим түгел. Быны республикаға билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе Азамат Тажетдинов иҫтәлегенә үткәрелгән конкурс тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Сарала Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Свердловск, Сочи ҡалаһынан һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән ижадсылар йыйылды.
«Халҡына дан йырланы» исеме аҫтында бишенсе тапҡыр уҙғарылған ижади конкурстың төп маҡсаты-ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү, Урал аръяғы райондарында йәшәгән ижади таланттарҙы, әҙәби эштәрҙең иң яҡшы авторҙарын асыҡлауға ҡайтып ҡала.
Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Тажетдинов үҙе иҫән саҡта тыуған төйәге тураһында бер нисә уникаль документаль әҫәр баҫтырып сығарған. Был ижади конкурс бәләкәй ватанды данлауға саҡырыу булараҡ та яңғырай.
Үткәрелгән һәр сара яңы исемдәр менән тулылана, йылдан-йыл ҡатнашыусылар ҙа арта Йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәр билдәләнде, улар ҡиммәтле бүләктәр менән наградаланды.
Рүзилә Ғүмәрова