Баш ҡаланың Калинин районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Белгестәр баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә аңлатыу эштәре алып барҙы, күп балалы ғаиләләргә, өлкән йәштәге граждандарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын таратты. 10-cы «Коллектив баҡсасылыҡ» ширҡәтендә 200-ҙән ашыу йорт иҫәпләнә. Йорттарҙың байтағы электр ҡоролмалары һәм мейестәр менән йылытыла. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек талаптарына иғтибарлы булырға, ут менән һаҡ эш итергә кәңәш итә.