«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә автоклав бетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Проекттың тормошҡа ашырылыуы Радий Хәбиров уҙғарған «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралды. Төҙөлөш өлкәһен материалдар менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан предприятие йылына 400 мең тонна бетон эшкәртәсәк. Уны тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар 2 миллиард 800 миллион һум аҡса индерергә әҙер. Завод төҙөлөү менән етмешкә яҡын өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хуплап «Алға» резиденттарына бирелгән ташламалар вәғәҙәләне.
Инвестиция сәғәтендә ауыл хужалығын үҫтереүгә ҡағылышлы инвестиция проекттары ла ҡаралды. Мәҫәлән, «Артемида»хужалығы Ҡырмыҫҡалы районында 1 мең 800 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөргә иҫәп тота. Бынан тыш йылына 17 мең тонна һөт етештерерлек һауын цехы төҙөү ҙә күҙҙалана. Ошо маҡсатта 758 миллион һум инвестиция йәлеп ителәсәк. Проект өҫтөнлөклө статусын алды һәм тоҡомло малдар һатып алыу, инженер селтәрҙәрен ойоштороуға тотонолған сығымдар дәүләт иҫәбенән ҡапланасаҡ.