Туймазынан 20 йәшлек водитель 2025 йылдың 1 декабренә тиклем һаҡ аҫтына алынды

Ул «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 1 октябрҙә Туймазының Комаров урамында теркәлде. «Лада Приора» водителе иң тәүҙә ике йәйәүлегә, һуңынан магазинға бәрелә.

Авария һөҙөмтәһендә юл аша сығып барған 40 йәшлек ҡатын ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була, уның 5 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, ҡазаға тарыусы район дауаханаһынан Өфө медицина учреждениеһына оҙатыла. Табиптар уның тотороҡло ауыр хәлдә булыуын билдәләй. Баланың сәләмәтлеге республика Һаулыҡ һаҡлау министрының шәхси контроле аҫтында.