Һөнәри белем биреүгә-85 йыл. Ошо уңайҙан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар Өфө ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылды. Байрамдың тарихы 1940 йылға барып тоташа, 2 октябрҙә СССР Юғары Советы Президиумы «СССР-ҙың дәүләт хеҙмәт резервтары тураһында» Указ ҡабул итә. Тап ошо дата илдә һөнәри-техник белем биреү системаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Рәсәйҙә урта һөнәри белем биреү көнө 2 октябрҙә дәүләт башлығы Владимир Путин Указы менән урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында билдәләнә. Башҡортостанда 92 колледж, 44 филиал уңышлы эшләй, уларҙа 115 меңгә яҡын студент белем ала.