Көмөш ирекмәндәргә иғтибар һәм ихтирам билдәһе. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы ағзалары урындағы хакимиәттең Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары, «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Берләшмә көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙар туплана, өлкәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй.
Ололар көнөнә Иглин ауылының Үҙәк майҙанында үҙешмәкәр коллективтар тарафынан концерт ҡуйылды. Сәскә үҫтереүселәр йәмғиәте йәрминкә ойошторҙо, сауҙаға баҡса үҫентеләре сығарылды.