Тыуған яҡ өлгөләре. Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы мәҙәниәте йортонда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектына ярашлы концерт-презентация үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Тыуған яҡ өлгөләре» концерт-презентацияһының тамашасылары йәшәгән төйәгенең тарихы менән танышты Ватанға һөйөү тураһында йырҙар тыңланы, шулай уҡ ауылдың үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтары хаҡында белде. Халыҡ көйҙәре, шиғырҙар, бейеүҙәр-милли мәҙәниәттең бай мираҫын сағылдырҙы.
«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проекты буйынса Буранбай ауыл клубы өсөн тауыш көсәйтеү аппаратураһы, микшер пульты, микрофондар һәм стойкалар, «Илһам» вокаль-хореография ансамбле өсөн сәхнә костюмдары һатып алынды. Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда тамаша залында ултырғыстар яңыртылды.
Быйыл «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» программаһы ярҙамында райондың 5 ауыл мәҙәни-ял учреждениеһы матди-техник базаһын яҡшыртты. Таулыҡай биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың-вокаль һәм бейеү коллективтары өсөн был ваҡиғаға ҙур әҙәмиәткә эйә булды.
Рүзилә Ғүмәрова