Өфөлә Чайковский әҫәрҙәренә арналған ҙур концерт үтте

Республиканың төп концерт залында Дмитрий Крюков етәкселегендәге оркестр Петр Чайковский әҫәрҙәренән төҙөлгән программа менән сығыш яһаны. Скрипка концертында Корея республикаһынан Чайковский исемендәге 17-се Халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе Ге Хи Ким сығыш яһаны.

Ге Хи Ким иң сағыу скрипкасыларҙың береһе. Ул үҙенең 2023 йылда Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурста еңеүен иң мөһим ҡаҙанышы тип иҫәпләй, ә рус композиторҙарының музыкаһын донъя мәҙәниәте хазинаһы тип таный һәм һәр ваҡыт ҙур тулҡынланыу менән башҡара.

Был минең турҙағы дүртенсе концерт, Рәсәйҙәге етенсе концертым. Минеңсә, музыка-ул универсаль тел. Миңә рус музыкаһы бик яҡын. Айырыуса Рәсәйҙә рус классик музыкаһын уйнарға яратам.

Ге Хи Ким, Чайковский исемендәге xvii халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе.

Ҡасандыр бөйөк норвегия композиторы Эдвард Григ:«Һүҙҙәр ҡайһы саҡ моңға мохтаж, ә моңға бер ниәмә лә кәрәкмәй» тигән.Беҙ сәхнәгә сығып тыңлаусыларыбыҙға матурлыҡ һәм моң өләшеү менән бәхетлебеҙ.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостан дәүләт академия симфоник оркестры генераль директоры