Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Төбәктең көс структуралары, министрлыҡтары һәм ведомстволары, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре нефть эшкәртеү объекттарын һөжүмдәрҙән һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерҙе. «Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ. Был йүнәлештәге эшмәкәрлекте артабан көсәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ,-тине Радий Хәбиров.