Ике йөҙҙән ашыу йәш кеше»Патриот«паркында идара итеү күнекмәләрен үҙләштерҙе, квалификацияһын күтәрҙе, яңы белем алды. Аралашыу барышында республика етәксеһе ғорурлана алырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Беҙҙең юғары уҡыу йорттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында әүҙем ҡатнаша. Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә. Унда студенттар өсөн 4 меңдән ашыу урын булдырыласаҡ. Амбициоз проект һәм 2027 йылда бында студенттар тормошо ҡайнай башларына ышанам,-тип билдәләне Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Радий Хәбиров ҡаршылыҡтар аша йүгереүҙә алдынғыларҙы бүләкләне. Ярышта Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Икенсе-өсөнсө урындарҙы юридик институт менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты бүлеште.