Әбйәлил районы хакимиәтендә ярты миллиард һумдан ашыу ҡаҙна аҡсаһы маҡсатҡа ярашһыҙ тотонолған

Һуңғы өс йыл эсендә Әбйәлил районы хакимиәте бюджет кодексы һәм норматив акттарҙы боҙоп ярты миллиард һумдан ашыу ҡаҙна аҡсаларын үҙләштергән. Милек өлкәһен иҫәпкә алғанда хоҡуҡ боҙоуҙар күләме 720 миллион һумдан ашып китә. Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Әбйәлил районында уҙғарылған аудит эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Атап әйткәндә, аудиторҙар 40 миллион һумлыҡ бюджет аҡсаларын маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланылыуын асыҡлаған. Төҙөлөш өлкәһендә лә байтаҡ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Райондың элекке етәкселеге сафҡа инмәгән төҙөлөш объекттары өсөн иҫәпләшкән. Ошо рәүешле генә ҡаҙнаға 85 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. Аудиторҙар әйтеүенсә, анализдар енәйәти яуаплылыҡ һәм ришүәтселек факттарын иҫбатлаған. Ҡануниәт боҙоу тураһындағы ҡайһы бер материалдар иҫәп-хисап эштәре барышында уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.

Бюджет -ара трансферттарҙы контролдә тотоу сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларына тәғәйенләнгән дотацияларҙыла маҡсатҡа яраҡһыҙ ҡулланыу осрағы теркәлгән. Аудиторҙар әйтеүенсә, райондың элекке етәкселеге социаль, мәғариф учреждениеларын файҙаланыуға тапшырғанда, хатта етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү эшмәкәрлегендә ҡануниәтте иңҡар итеүҙән тартынмаған.

Хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған етәкселәр асыҡланып яуапҡа тартырыласаҡ. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн район хакимиәтенә ваҡыт бирелә. Хәҙер был эшмәкәрлек менән яңы район хакимиәте башлығы шөғөлләнәсәк.