Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу әүҙем алып барыла

Көн һайын тиҫтәләгән кеше»Черемушки«шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. Унда берҙәм тәҙрә режимында медицина комиссияһы үтергә, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Контрактҡа ҡул ҡуйғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм айлыҡ эш хаҡы ҡаралған. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар күрһәтелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.

Беҙгә шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә, хатта төндә лә беҙҙең телефон һандарын йыялар. Илебеҙ ҙур, төрлө төбәктәрҙән шылтыраталар.

Фәдис Солтанов, Башҡортостан контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест үткәреү һәм хәрби профессиональ йүнәлеш биреү буйынса офицеры