Владимир Путин «Валдай»ҙа рус һалдатының ҡаһарманлығын билдәләне

Хәҙерге ҡораллы көрәштә рус һалдатының батырлығынан һәм ҡаһарманлығынан башҡа бөтә нәмә үҙгәрә. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышында белдерҙе. Дәүләт башлығы һүҙ этник рустар, шулай уҡ үҙҙәрен «рус һалдаттары» тип ғорурлыҡ менән атаған башҡа милләт һәм дин вәкилдәре тураһында ла барғанын асыҡланы. Фронттағы хәлдәргә туҡталғанда, Президент, Рәсәй армияһы донъяла иң көсөлөһө булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Ватан ҡораллы көстәрен юғары әҙерлек кимәле, заманса техник мөмкинлектәр һәм уларҙы хәрби шарттарҙа һөҙөмтәле ҡулланыу оҫталығы айырып тора.