Баш ҡалала яугирҙарҙың яҡындарына батырлыҡ өсөн хәрби наградалар бирелде

Баш ҡалала махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзаларына хәрби дәүләт наградалары. Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатында үткән сарала яугирҙарҙың ҡатындары, ата-әсәләре һәм туғандары ҡатнашты. Уларға яҡындарына Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан башлығы указына ярашлы хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бирелгән наградалар тапшырылды.