Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы йыл башынан алып 23 меңдән ашыу онлайн-консультация үткәргән. Телемедицина ике йүнәлештә-«табип менән табип» һәм «табип менән пациент» формаһындағы консультациялар буйынса үҫешә.
Технологиялар һаулыҡ һаҡлау системаһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Уның төп маҡсаты-ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау һәм алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Һанлы система менән тәүгеләрҙән булып Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡуллана башлай. Әле учреждениела онлайн-консультацияларҙан тыш, яһалма интеллект ярҙамында эшләүсе система индерелгән. Платформа КТ һәм МРТ күсермәләрен анализлай, табиптарға патологияларҙы асыҡларға ярҙам итә.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса йылдам үҫешә. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты һөҙөмтәләрен миллиондан ашыу кеше баһалап өлгөргән. Өйҙән сыҡмайынса табипҡа яҙылырға, Өфөгә килмәйенсә, алдынғы медицина учреждениелары белгестәренән консультация алырға мөмкин. Был йүнәлештә башҡарылған тәжрибә баш ҡалала үткән стратегик сессияла тикшерелде. Әле республикала һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу 30 системаны берләштерә.