Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү дауам итә

Эштәр ике йылда тамамланырға тейеш. Монументты асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябренә планлаштырылған. Һәйкәлде реставрациялау менән бергә фонтан һәм монумент урынлашҡан майҙан тәртипкә  килтерелә.