МАКС мессенджерында Башҡоростан күп функциялы үҙәге рәсми чат-боты булдырылды

Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын яҡшыртыу өсөн кәрәк. Чат-бот ярҙамында күп фукнциялы үҙәктә ҡабул ителеүгә яҙылырға, мөрәжәғәттең статусын ҡарарға, үҙәктең эш тәртибен күрергә  була. Шулай уҡ ҡулланыусылар  күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын баһалай, тәҡдимдәр ҡалдыра.