Тажикстан эшҡыуарҙары Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән танышты

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Үҙәк Азия дәүләтенә эш сәфәре барышында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төбәк мөмкинлектәрен тәҡдим итте. Бөгөн Башҡортостан донъяның 110-дан ашыу иле менән тышҡы сауҙа бәйләнештәрен һаҡлай. Был күрһәткес буйынса Тажикстан әлегә 15-се урында. Әммә мөмкинлектәр ҙур, шуға ла был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк. Бының өсөн сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм мәғариф өлкәләрендә үҙ-ара эш итеү потенциалын үҫтереү мөһим. Әлеге ваҡытта экспорт-логистика инфраструктураһын булдырыу буйынса берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, Дүшәнбелә Индустриаль парк булдырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Андрей Назаров Рәсәйҙең Тажикстан республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Семен Григорьев менән осрашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәрен, шулай уҡ мәҙәни алмашыу һәм мәғариф өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мәcьәләләрен тикшерҙе.