Ҡалтасы районындағы «Восход» кооперативы «тоҡомсолоҡ хужалығы» статусын алған

Ауыл хужалығы компанияһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә эшләй. Унда етештерелгән продукция эске баҙарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә һатыла. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Яңы тыуған быҙауҙар тәүҙә ҡоро урында, аҙаҡ бер аҙна самаһы лампа аҫтында тотола. Артабан «өлкәндәр төркөмөнә» күсерелә. Хужалыҡта малдарҙың йәшәү шарттарына иғтибар ҙур. Яңы төҙөлгән ҡурала малҡайҙар төркөмләп урынлаштырылған. Киләсәктә сифатлы продукция һәм юғары һауым алыр өсөн нигеҙ тыуғанда уҡ һалынырға тейеш, шуға күрә быҙауҙарға иң тәүҙә ыуыҙ эсереп өлгөрөү мөһим, ти хужалыҡтың баш зоотехнигы.

Айына хужалыҡта яҡынса 30 малҡай тыуа, уларҙың 75 проценты тиерлек орғасы. Йәмғеһе, 14 йыл эшләп килгән «Восход» кооперативы голштин тоҡомло 900 эре мөгөҙлө мал аҫрай. Әйткәндәй, агрофирма тоҡомсолоҡ хужалығы статусына эйә. Һыйырҙар республика һәм күрше төбәк фермерҙарына һатыла.

Эште бәләкәй күләмдәрҙән башлағайныҡ. Бары тик 800 гектар ер, ә тәүлегенә 50 килограмм һөт етештерә инек. Әле 3 мең 500 гектар баҫыуҙа төрлө культуралар үҫтерәбеҙ. Һыйырҙарыбыҙ көнөнә 900 тонна һөт бирә. Уны башлыса Өфөләге һөт етештереү предприятиеларының береһенә оҙатабыҙ.

Дамир Низаметдинов, Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе

Мал аҫрауҙан тыш, хужалыҡта үҫемлекселек тармағы ла иғтибар үҙәгендә. Урып-йыйыу кампанияһы тамамланыу алдында, бының менән бер рәттән игенде киптереү һәм һаҡлау буйынса күләмле эш башҡарыла. Орлоҡтарҙы киптереү комплексы тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Кооперативта 10 йылдан ашыу механизатор булып эшләгән Станислав Изибаев ошо көндәрҙә өй туйлаясаҡ. Әле ул ҡатыны менән ҡуртымға алынған йортта йәшәй. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итегә ауыл хужалығы предприятиеһы ярҙамлаша. 4 ай эсендә бина ҡалҡып сыға, газ, һыу үткәрелә, электр селтәрҙәре һуҙыла.

Үҙ йортоңда йәшәү, әлбиттә, яҡшы. Был беҙҙең күптәнге хыял ине, ләкин үҙаллы төҙөп сығыу өсөн ваҡыт, күп аҡса ла талап ителә. Беҙгә йорт төҙөйҙәр тигән хәбәрҙе алғас, ныҡ ҡыуандыҡ, төҙөлөш барышын килеп күҙәтеп йөрөнөк, беҙҙең теләктәрҙе лә иҫәпкә алдылар.

Станислав Изибаев, механизатор

Ошондай уҡ өй тағы бер механизаторға төҙөләгән. Киләсәктә предпприятие етәкселеге хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ төҙөү йүнәлешен үҫтерергә һәм ауыл ипотекаһы программаһына инергә теләй.

Әлфинә Килдейәрова