«Лада Приора» автомобиленә идара иткән 24 йәшлек водитель юл буйында торған атҡа бәрелә. машина юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Салонда 17-шәр йәшлек ҡыҙ менән егет ултырған була Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең өсөһө лә фажиғә урынында һәләк була. Тикшереү барышында транспорт хужаһының водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана. Әлеге ваҡытта прокуратура ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын билдәләй.