Лилиә менән Константин Вельбойҙар 2022 йылдың көҙөндә мәҙрәсәлә хәрбиҙәргә һәм госпиталдәргә гуманитар ярҙам ойоштора башлай. Йыйылған әйберҙәрҙе Константин Анатольевич махсус хәрби операция биләмәһенә үҙе алып барып тапшыра, ирекмән өс йыл эсендә хәрбиҙәр янына 15 тапҡыр барып ҡайта. Ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр тарафынан маскировка селтәрҙәре, дрондан йәшенеү костюмдары, окоп шәмдәре, юрғандар, беләҙектәр, кейем-һалым тегеү буйынса производство яйға һалынған. Махсус хәрби операция зонаһына медицина изделиелары, медикаменттар, ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары оҙатыла. 2023 йылдың яҙынан ҡала китапханаһында Люциә менән Фәнис Хәйретдиновтар маскировка селтәрҙәре үрә башлай.
Селтәр өсөн туҡыманы төркөмдәштәр үҙ аҡсаһына һатып ала. Быйыл сентябрҙә өс меңенсе юбилей селтәре үрелгән.