«Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле» төбәк проектының икенсе миҙгелендә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

Проекттың маҡсаты-төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүсе 12-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу аша ирекмәнлек эшенә йәлеп итеү. Хәүефһеҙ бала саҡ, мәҙәниәт һәм төҙөкләндереү-өс йүнәлеш һайлап алынған. Проектта остаз-уҡытыусылар, вожатыйҙар, директор кәңәшселәре етәкселегендә 5-10 кешенән торған командалар ҡатнаша. Былтыр ғына Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект 34 муниципалитеттан ете йөҙҙән ашыу үҫмерҙе берләштергән. Алты меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелгән.

Уҡыусылар планлаштырыу, лидерлыҡ сифаттары, ораторлыҡ оҫталығына өйрәнәсәк. Сөнки изге эштәр менән булғанда, тормоштоң барлыҡ өлкәләре йәлеп ителә. Башҡа кешеләр менән аралашырға, мохтаждарға ярҙам итергә, иң мөһиме-команда менән эшләргә өйрәнәһең.

Дарина Панчихина, ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды башҡарма директоры

Проект һөҙөмтәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн биш йәмәғәт киңлеге асыу ҡаралған. Уларҙың һәр ҡайһыһы 100 мең һумғаса финанслана. Дүрт миҙгел һөҙөмтәләре буйынса изге эштәрҙең иң яҡшы практикалары тупланған йыйынтыҡ сығарыла. Проект Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды тарафынан тормошҡа ашырыла.

Мәктәптән һуң мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Ирекмәнлек эше уҡыуға ҡамасауламай, киреһенсә дәрт кенә өҫтәй. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү менән бер рәттән проектта ҡатнашырға ла ваҡыт табам.

Мария Болдырева, проектта ҡатнашыусы