Профессор, тел белгесе, ғалимә. Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында Миңһылыу Усманова менән осрашыу үтте. Кисә Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының 75 йәшлек юбилейына арналды.
Миңһылыу Усманова Ишмөхәмәт ауылының Ҡарамалы йылғаһынан рухи көс алған талантлы ғәлимә. Ҡырҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан һәр саҡ ауылдаштары менән бәйләнештә. «Атайсал-кесе Ватан» проектына ярашлы тыуған яғының тәбиғәтен хәстәрләп «Йылы ҡойоно» кәртәләп алыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Быйыл үҙенең юбилейын ҡаршылап 75 ағас ултыртырға тигән маҡсат алып, был эште лә бойомға ашырҙы.
Юбилей сараһында Гөлдәр Латыпова етәкселегендәге «Аҡбуҙат» балалар театры Рәшит Хөсәйеновтың «Изге ялған» әҫәре буйынса өҙөк менән сығыш яһыны. Яҡташыбыҙ уҡыусыларға ижади үрҙәр теләп, китаптарын бүләк итте.
Әҙәби кисәлә мәғариф ветераны, урындағы матбуғат хәбәрсеһе Хазина Исҡужина фән докторы Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙының тормош юлына йәнле әңгәмә ҡорҙо. Шулай уҡ юбилярға Баймаҡ районы хакимиәте исеменән ҡотлау хаты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Рүзилә Ғүмәрова