Күләмле һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы эш. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең төп өлөштәре һүтелә башланы. Скульптураны тергеҙеү сараһы ике йылға иҫәпләнгән. Реставрация барышында республикабыҙ символы булған монументтың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Бер үк ваҡытта майҙан биләмәһен төҙөкләндереү бурысы тора. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Был кадрҙар тарихта ҡаласаҡ. Теүәл. 58 йылдан һуң Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һыны реставрациялана Күп тонналы һыбайлы фигураһын ювелир һаҡлығы менән махсус майҙансыҡҡа төшөрҙәләр. Батыр һынына яҡыныраҡ килеп ҡараһаң, ни өсөн уға реставрация кәрәклеген аңлауы ҡыйын түгел.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле Өфө йөрәгендә, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан.Ваҡыт бер кемде лә, хатта бронза менән шымартылған һәйкәлде лә аямай. Ярыҡтар, ваҡ уйымдар һәм ҡараңғыланған өҫкө өлөш масштаблы реставрация үткәреүгә сәбәпсе була.Республика һәм ҡала властары һәйкәлде һаҡлау гаранттары булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл 2 июндә оператив кәңәшмә барышында Салауат Юлаев һәйкәлен комплекслы реставрация эштәре башланыуы тураһында иғлан иткәйне.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағында һәйкәлде реставрациялау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советы ойошторолдо. «Рәсәй художество академияһы» белгестәре консультатив ярҙам күрһәтә. Эшкә әйҙәүсе белгестәр: реставраторҙар, архитекторҙар, археологтар, дөйөм төҙөлөш эштәре буйынса эксперттар һәм бетон конструкцияларҙы тикшереүселәр йәлеп ителгән.
Архитектур ҡоролма өлөшләп реставрацияға оҙатыласаҡ. Һәйкәл 1967 йылда нисек йыйылған, шул тәртиптә һүтелә. Эштең һәр этабы-тарихҡа ҡағылыуға тиң.Скульптураның аҫҡы өлөшө иһә тулыһынса тарихи фотоһүрәттәргә таянып һүтеү күҙаллна. Эске каркасты алмаштырыу һәм һәйкәлде тәүге хәленә ҡайтарыу менән Мәскәү белгестәре шөғөлләнә.
Реставрация барышында бер генә үҙгәреш индереләсәк, дөрөҫөрәге тергеҙеләсәк тип вәғәҙәләй реставраторҙар. Аттың түшендәге ҡасандыр юғалған медальон урынына ҡайтарыласаҡ.Айырым иғтибар деталдәргә биреләсәк. Милли батырыбыҙҙың кейем өлөштәре, аттың һәр бөгөлө, геройҙың йөҙ һыҙаты- барыһы ла ювелир теүәллеге талап итә.
Һәйкәлде һүтеү буйынса бөтә эш графикка ярашлы үтәлә. Башта белгестәр аҫылмалы элементтарҙы, һуңынан үтә һаҡлыҡ менән Салауат Юлаев фигураһын төшөрҙө. Һуңынан монтажсылар милли батырыбыҙҙың атын һүтеүгә тотондо. Аттың фигураһын һүтеү октябрь аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Ә бына ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары эш барышн күрә алмаясаҡ. Хәүефһеҙлек талаптары менән бәйле майҙанға инеү рөхсәт ителмәй. Әммә реставрация тамамланғандан һуң скульптуранан тыш, фонтан да ремонтлана Һәм Салауат Юлаев майҙанының тотош биләмәһе төҙөкләндерелә
Салауат Юлаев һәйкәле махсус цехта реставрацияланасаҡ. Сәсән-импровизатор, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле яңыртылғандан һуң 2027 йылдың 11 октябрендә, республика көнөндә, һәйкәлдең алмыш йылылғына йәндәребеҙҙе йылытып ошо курганда балҡыясаҡ.
Гүзәл Борханова