Өфө пенсионерҙары изге урындар буйлап сәфәргә сыҡты

Өфө пенсионерҙары «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында республиканың изге урындары буйлап бер көнлөк турнеға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә был мөмкинлек менән миллиондан ашыу кеше файҙалана.

Маршрут Благовещен районындағы Успенский Изге Георгий ирҙәр монастырынан башланды. Бында 20-сы быуат башының ҡыҙыҡлы архитектураһы һаҡланған. Программала ҡатнашыусылар рухиәт һулышы менән һуғарылған мөхиткә сумды, һауыттарына изге һыу тултырып алды. Нуриман районынында сәйәхәтселәр донъялағы иң ҙур шишмәләрҙең береһе менән танышты. Ошонда уҡ хаҡлы ялдағылар билдәле үләнсе Гордеевтың авторлыҡ йыйылмаларын тәмләп ҡараны.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ете йүнәлеште үҙ эсенә ала. Туризм өлкәһе айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙалана. Быйыл ғына 8 меңдән ашыу пенсионер республика буйлап һәм унан ситтә сәйәхәт иткән. Проект тормошҡа ашыра башлағандан алып сәфәрҙәрҙә 62 меңдән ашыу турист ҡатнашҡан.