Рәсәй уҡытыусылары һөнәри байрамын билдәләне. Хәйбулла районында тантаналы сара Бүребай мәктәбендә ойошторолдо. Унда төбәктең белем усаҡтарында йәш быуынға белем биргән һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ветерандар йыйылды.
Педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡотланы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн 1-се Акъяр мәктәбе уҡытыусыһы Рима Юлдашбаева «Рәсәйҙең мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде. Эштәрендә юғары ҡаҙаныштары һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына «Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеме һәм Мәғариф министрлығының Почет грамоталары тапшырылды.
Хәйбулла районында бөгөн 500-ҙән ашыу уҡытыусы эшләй. Тантанала төрлө әһәмиәттәге 100-гә яҡын награда тапшырылды. Шулай уҡ хеҙмәт ветерандары һәм быйыл ғына эш башлаған йәш уҡытыусылар 100 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде.