Донъя рекорды. Стәрлетамаҡта башҡорт батырҙары «Тополь-М» хәрби техникаһын 8 метр арауыҡҡа һөйрәне.
Тамашаны ҡарарға килгән халыҡ алдында Денис Ваһапов, Айҙар Байсурин, Рәил Бикмаев һәм Руслан Садиҡов көс күрһәтте. Белеүегеҙсә, легендар Тополь-М 1986 йылда Белоруссияла етештерелгән. МАЗ-7917 шассиһы базаһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ ҡулланыла. Хәрби парадтарҙа даими ҡатнаша. Уның ауырлығы 44 тонна.