Радий Хәбиров металдарҙың үтә һығылмалылығы институтын 40 йыллыҡ менән ҡотланы

Радий Хәбиров ғалимдарҙы Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты ойошторолоуҙың 40 йыллығы менән ҡотланы. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә материалдарҙы өйрәнеү, металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәртеү технологиялары өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеларҙың береһе булып тора. Институт хеҙмәткәрҙәре ҡуйған рекорд һәм фән ҡаҙаныштары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

500 градустан юғары температурала ғалимдар металды махсус ҡорамалдарҙа һуҙа. Эксперимент -төрлө шарттарҙа һәм деформация тиҙлегендә металл һығылмалылығының оптималь режимын билдәләү. Ошондай һынау һөҙөмтәһендә металл рекордлы күрһәткескә-4000% һуҙылған.

Һынауҙы туҡтатып мейес асып ҡараныҡ, өлгө металл бер бөтөн ине. Материалдың уникаль һәм реклорлы һуҙылыуына ирештек.

Елена Автократова, Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре

Хәҙерге технологиялар металдан, пластилин киҫәген әүәләгән һымаҡ,изделиены ҡойоп эшләргә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә ныҡлы һәм еңел изделие килеп сыға. Уны сәнәғәттә һәм көнкүрештә ҡулланырға мөмкин. Үтә һығылмалы продукция етештереүгә ирешеү йүнәлешендә институттың бер нисә тиҫтә йылдар эшләй.

Беҙҙең лаборатория белгестәре, атап әйткәндә, алюминий-магний-скандий иретмәһен ҡулланыуҙа перспективалы булған махсус режимдар уйлап сығарҙы. Уның авиация сәнәғәте, космос, автомобиль сәнәғәте өсөн перспективалы булыуы мөмкин.

Олег Ситдиҡов, Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре

Башҡортостан Башлығы рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты хеҙмәткәрҙәрен юбилейы менән ҡотланы. Радий Хәбиров ғалимдарҙың фиҙаҡәр эшмәкәрлегенең төбәкте үҫтереүҙәге әһәмиәтен билдәләне.

Былтыр республиканы фәнни-технологик үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды. 2030 йылға төбәктә инновацион продукция өлөшөн 35 процентҡа тиклем арттырыу, фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәр күләмен ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла.

Төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫешенең милли рейтингында республика тотороҡло рәүештә иң яҡшы унау иҫәбендә. Башҡортостанда 4,5 меңдән ашыу ғалим эшләй, һәр бишенсеһе-29 йәшкә тиклемге йәш ғалим. Фән фантастика һымаҡ, хатта мөмкин булмағанды ла мөмкин итә.

Бер мәл росатомдан коллегам миңә шылтыратып: бына шундай деталь эшләргә кәрәк тине. Мин уның мөмкин түгеллеген әйтһәм дә, һеҙ быны эшләй алаһығыҙ бит тип ышандырҙы. Ысынлап та, беҙ булдырҙыҡ.

Радик Мөлөков, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының ғилми етәксеһе

Башҡортостан үҙенең һәләтле ғалимдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, фәнде үҫтереүгә иғтибар бермә- бер арта һәм ғилми эшмәкәрлек емештәрен төрлө тармаҡтарҙа әүҙем ҡулланыуға индереүҙә мөмкинлектәр асыла.

Рәмилә Исмәғилева