Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр конкурсы йыл һайын 16 номинация буйынса үткәрелә. Быйыл унда Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән Рәсәй граждандары, коммерция булмаған һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәре, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусылар ҡатнаша ала.
Конкурстың маҡсаты-йәштәрҙең күренекле ҡаҙаныштарына һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләргә йәмәғәтселек танылыуы биреү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Бөтә номинациялар ҙа Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министрлығы сайтында бирелгән. Ғаризалар 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә үтә.