Тәтешлелә тактик медицина буйынса семинар үтте

«Башҡортостан геройы» программаһы сиктәрендә, Тәтешле районында тактик медицина буйынса семинар үтте. Төбәктең ауыл биләмәһе башлыҡтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре санитар оборонаға әҙерлек буйынса саралар комплексын үҙләштерҙе.

Семинар барышында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең практик аспекттары ҡаралды. Был саралар ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында халыҡҡа тәүге ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәле ысулдарына, потенциаль хәүефкә әҙерлек кимәлен күтәреүгә һәм урындағы медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.