Ветеринария өлкәһендә ортопедия менән хирургияны берләштереп. Ике йыл эсендә Башҡортостанда 15 -тән ашыу пациент терәк-хәрәкәт органдарында ҡатмарлы операция үткәргән, улар яңынан сафҡа баҫҡан. Элегерәк бындай медицина ярҙамы Мәскәүҙә генә яһалһа, 2023 йылдан Өфөлә Айрат Ҡотломәтов клиникаһында ла уңышлы операциялар үткәрелә. Был хаҡта тулыпаҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында һаулығы ҡаҡшаған йән эйәләрен һәм уларҙың хужаларын бында бик йылы ҡаршылайҙар. Клиникала йәрәхәләнгән ҡош-ҡорт,эт- бесәйҙәр хәстәрлекле белгестәр күҙәтеүендә тиҙ арала аяҡҡа баҫа.Өс ай элек Джо элекке кеүек иркен йүгереп йөрөй алмаған. Пудель тоҡомло этте лә импланттар ҡотҡарған.
Башҡортостан ветеринарҙары эт-бесәйҙәргә микро-протездар ҡуйғанда ҡытай коллегаларынан өйрәнгән тәжрибәһен ҡуллана, үҙенсәлекле операция ярҙамында улар ҡабаттан ышаныслы итеп йүгереп китә. Арчиға тәүгеләрҙән булып уникаль операция яһала, ул сәғәт ярым дауам итә.
Элек бындай операцияларҙы Мәскәүҙә эшләһәләр, хәҙер Өфөлә лә үткәрәләр. Тик әлегә ошо ветеринар клиникала. Айрат Ҡотломәтов хайуандарға 140 ашыу процедура үткәргән. Протезлау-ҡатмарлы процесс, тип таный ветеринар. Имплант ҡуйылғандан һуң эт һәм бесәйҙәр тыныс ҡына хәрәкәт итә башлай. Хатта улар йәрәхәтләнгән тип уйламаҫһың да.
Операциялар өсөн сит илдә етештерелгән протездар ҡулланылһа, хәҙер импланттар Рәсәйҙә лә етештерелә.Ветеринарҙар әйтеүенсә, улар сит ил аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай.Әгәр таз-янбаш һөйәге йәрәхәтләнгән кешегә яһалма быуындарҙы ваҡыты- ваҡыты алмаштырырға тура килһә, хайуандарҙа быға ихтыяж юҡ.
Йомшаҡ туҡымалары һәм һеңерҙәре өҙөлгән һунар этенең сабырлығы, ауыртыуға түҙеүе һоҡландыра. Был клиникала Бим да дауалау курсы һәм оҙайлы реабилитация үтәсәк. Һунар эте тәжрибәле ветеринарҙар ярҙамында яңынан сафҡа баҫасаҡ.
Интенсив терапия, неврология, хирургик ортпедия йүнәлешендә эшләүсе клиникала ҡош-ҡорт, бесәйҙәр хәстәрлекле белгестәр күҙәтеүендә һаулығын яҡшырта.
Джоға ни бары йәш ярым ғына. Генетик сир асыҡланғас, уның таз-янбаш һөйәктәренә яһалма имплант ҡуйылған. Әмәлиәт үткәргәндән һуң бер-нисә көн үткәс, эт аяғына баҫҡан, реабилитациялауға ай ярымдан ашыу ваҡыт үткән.Ветеринария ярҙамы һәм хужаһының хәстәре менән Джо яңынан сафта.
Гүзәл Борханова