Бөгөн дәүләт башлығына 73 йәш. Шәхси байрамын ул юғары вазифала 22-се тапҡыр ҡаршылай. Башҡортостан исеменән президентты Радий Хәбиров ҡотланы. «Дәүләт башлығына республикабыҙға иғтибары өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан һәр ваҡыт уның ярҙамын тоя. Уның ярҙамында беҙ ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырабыҙ, халҡыбыҙ өсөн мөһим объекттар төҙөйбеҙ. Ышаныслы алға барабыҙ. Шундай көслө лидер етәкселегендә эшләү бәхете тейеүенә ғорурланам. Республика һәр ваҡыт Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булды, һәм беҙ һәр ваҡыт шулай булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.