Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша бер юлы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлегенә старт бирҙе

Модулле объекттар»Оҙайлы һәм әүҙем тормош«милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Бер нисә йыл элек кенә төбәктә ФАП-тарҙың 30 проценттан ашыуы авария хәлендә ине. Әле уларҙы заманса модуль конструкциялар алмаштыра. Был йәһәттән республика ил кимәлендә алдынғы урынды биләй.