Башҡортостанда тағы ла бер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Иглин районының Балтика ауылында сафҡа инде. Яңы бина һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса төҙөлгән, кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Быларҙың барыһы ла ауылда йәшәүсе 750 кешене сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Хәҙер күп кенә процедураларҙы урында үтергә мөмкин, район үҙәгенә барырға кәрәкмәй.
Яңы ФАП быйыл Иглин районында асылған өсөнсө медицина учреждениеһы. Яҡын көндәрҙә Үренде ауылында ла фельдшер акушерлыҡ пункты халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ.