Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында тубыҡ быуынын эндопротез менән алмаштырыу буйынса операция робот ярҙамында башҡарыла. Бөгөн клиникала ҡатмарлы операцияны робот менән бергә университеттың травмотология һәм ортопедия кафедраһы мөдире Булат Минасов яһаны. Операция бүлмәһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Был операция бүлмәһендә робот хужа тип әйтергә була. Бындай операцияға әҙерлек бер нисә көн алдан башлана. Табиптар пациенттың диагнозы буйынса роботҡа программа әҙерләй. Травматология һәм ортопедия йүнәлешендә яңы робот-хирургты ҡулланыуҙы профессор Булат Шамил улы башлаған. Медицина прроцедураһының уңышы техникаға ҡуйылған планға бәйле, сөнки операцияның 80 процентын робот эшләй.
Клиникала эндопротез ҡуйыу буйынса йылына бер мең тирәһе операция үткәрелһә, уларҙың һәр икенсеһе- тубыҡҡа, 250 -һе робот менән. Ҡатмарлы операция яҡынса бер сәғәт тирәһе дауам итә. Заманса технологиялы операцияларҙа ординаторҙар ҙа ҡатнаша.
Пациенттарға был операция бушлай, дәүләттән бүленгән квота ярҙамында. Уның өсөн сиратҡа баҫырға кәрәк. Өфө районында йәшәүсе Әлфирә Ғизетдин ҡыҙы операцияны бер йыл көткән. Тағы бер йылдан икенсе тубығына ла протез ҡуйҙырырға ниәтләй.
Тубыҡ быуыны һыҙлауҙан ғәҙәттә 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар интегә. Тубыҡҡа эндопротез ҡуйҙырғандан һуң клиникала сифатлы реабилитация ҡаралған. Аяғы һыҙлап йөрөй алмаған өлкәндәр бында яңынан атларға өйрәнә.
Рәмилә Исмәғилева