Өфөлә дирижёр Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин исемендәге залында Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе-академик музыка концерты ойошоролдо.

Рөстәм Сөләймәнов һуңғы йылдарҙа Санкт-Петербургта эшләй. Төркиә симфоник оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Хәтер кисәһендә республика сәнғәт әһелдәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь һәм Ҡазан вәкилдәре ҡатнашты.

Программала сит ил, рус, башҡорт һәм татар композиторҙары Бах, Моцарт, Паганини,. Шопен, әҫәрҙәре яңғыраны. Башҡортостан мәҙәниәте тарихында Рөстәм Сөләймәнов сағыу эҙ ҡалдырҙы.. Ул 2009 йылда Башҡорт опера һәм балет театрының симфоник оркестры етәксеһе, ә 2012-2014 йылдарҙа

Башҡортостан милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры була. Был осорҙа коллективтың башҡарыу кимәлен ул юғары баҫҡысҡа күтәрә, тап уның башланғысында республикала»Евразия йөрәге«халыҡ-ара сәнғәт фествалендә асыҡ һауала беренсе симфоник коцерт ойошторола. Рөстәм Сөләймәнов быйыл 19 июлдә йәшләй генә вафат булды.