Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә яңы офоҡтар һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Тажикстанда. Программала бер нисә эшлекле осрашыу, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттарға барыу планлаштырылған.
Тажикстан беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы-коллегалар бик әүҙем, берлектәге проекттар менән таныша, хеҙмәттәшлек буйынса әҙерләнгән тәҡдимдәр бар. Киләһе ике көндә беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкләгән хөкүмәт делегацияһы составында эшләйбеҙ. Шулай уҡ Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡбыҙ, тине Башҡортостан башлығы.