Быйыл рапс, етен, соя һәм көнбағышты бер миллион тонна йыйып алырға иҫәп тотола. Шул уҡ ваҡытта май һығыу заводтары былтырғы уңышты эшкәртеп бөтмәгән. Ләкин был хәл предприятие мул уңышты ҡабул итеүгә әҙер түгел тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, завод әле ярты ҡеүәтенә эшләй. Уның ҡарауы, май сифатына хилафлыҡ килтерелмәй. Көнбағыштың баҫыуҙан алып феләккә ҡойолғанға тиклемге юлы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Комбайндар көнбағыш баҫыуынан асфальттағылай елдерә. Ҡеүәтле техника артынан күтәрелгән туҙан ғына күҙәтеп тороусыларҙы ергә төшөрә. Саңлы эш, әммә ҡыуаныслы. Һәр хәлдә батҡаҡҡа бата-сума еүеш көнбағыш урып маташыу түгел.
«Нерал-шишмә» хужалығы баҫыуҙарында көн дә 120 гектарға тиклем көнбағыш урыла. Комбайнерҙарға тағы ла мең бер йөҙ гектар майҙанда майлы культураны йыйып алаһы бар. Һауа торошо ыңғай торһа аҙна-ун көндә эште тамамларға иҫәп.
Тейешле кимәлгә тиклем киптерелгән көнбағыш Шишмә май һығыу заводына оҙатыла. Бында ла йөк машиналары өҫтәмә тикшереү үтә. Орлоҡтар дымға, кислотаға һынау үтә. Лаборанттар ҙа быйылғы уңыштың сифаты яҡшы булыуын билдәләй.
Шишмә май һығыу заводында әле былтырғы уңыш эшкәртелә. Әммә был күренеш предприятие өлгөрмәй тигәнде аңлатмай. Республикалағы ике завод йылына 800 мең тонна май етештерә ала. Әле улар ярты ҡеүәтенә генә эшләй. Шуға күрә рекордлы уңышты ҡабул итергә әҙер.
Ике май һығыу заводының береһе тулыһынса экспортҡа ғына эшләй. Ә ул арта ғына. Быйылғы муллыҡты иҫәпкә алып ауыл хужалығы министрлығы киләһе йылға майлы культураларға бүленгән майҙандарҙы арттырырға ниәтләй.
Әле республика аграрийҙары 420 мең тоннаға тиклем көнбағыш уңышы ала. Шуға күрә май һығыу заводтары сеймалды күрше өлкәләрҙән дә ҡабул итә. Киләһе йылға ҡуйылған план тормошҡа ашҡан хәлдә лә завод ҡеүәте артығы менән етә. Йәғни, барыһы ла майлы бара.
Айнур Кәбиров