Быйыл Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 10 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Мәҫәлән, Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы Ыҡ йылғаһы аша күперҙә ремонт йылдам бара. Төҙөлөш Архангел районындағы Ағиҙел йылғаһы күперендә лә дауам итә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Күперҙең дренаж системаһы әҙерләнә. Ул конструкцияның тотороҡлоғона һәм бөтөнлөгөнә кире йоғонто яһай торған һыуҙарҙы ағыҙыу өсөн тәғәйенләнгән. Яһалма ҡоролма кәм тигәндә 25 йыл хеҙмәт итергә тейеш. Ҡырмыҫҡалы менән Архангел районы киҫелешендә, Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү былтыр ноябрҙә башлана. Әле бында 15-кә яҡын кеше, ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.
Ремонт башланғандан алып объект өлөшләтә ябыла. 316 метрлыҡ күперҙең бер яғы әҙер тиерлек. Унда асфальттың өҫкө ҡатын түшәргә генә ҡала. Күперҙең уң яғында иһә эш майҙа башлана. Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы республиканың иң билдәле туристик урындарына, билдәле тәбиғәт һәйкәлдәренә илтә. Шуға күрә юлдың хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуы урындағы халыҡ һәм туристар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Республикала 2018 йылдан алып дөйөм оҙонлоғо 5 мең метрҙан ашыу 81 күпер яңырыу кисергән. Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 31 ҡоролмала ремонт эше дауам итә. Уларҙың 12-һендә йыл аҙағына тиклем тулыһынса юл хәрәкәте асыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова