Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыусы махсус техниканың төҙөклөгөн комиссия вәкилдәре тикшерә. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ошо ваҡытҡа транспорт төрҙәрен ентекләп ремонтларға тырыша. Тәүгеләрҙән булып Ленин районы предприятиеһы юлдарҙы тәртиптә тотоуға әҙер булыуҙарын күрһәтте. Улар ҡом һибеү, грейдер, ҡар тейәү һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән техникаларҙы тәҡдим итте. Бынан тыш, дежур-диспетчер хеҙмәттәрендә ҡорамалдарҙың төҙөклөгөнә, кәрәкле документация һәм программа тәьминәтенә айырыуса иғтибар бүленде.
Киров районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте лә ҡышҡы миҙгелгә етди әҙерләнгән. Комиссия ағзалары 48 берәмек техниканының төҙөклөгөн тикшерҙе. Дөйөм алғанда, Өфөнөң барлыҡ райондарында ла яуаплы эш октябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.