Республикала быйыл 10 мең кешегә талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлгән

Был үткән йыл менән сағыштырғанда, бер нисә меңгә күберәк. Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тапшырылған бөжәктәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә талпан барелеозы 17, талпан энцефалиты бер процент тәшкил итә. Көҙҙөң икенсе айы башланып торғанда ла талпан тешләүҙән мөрәжәғәт итеүселәр бар.

Октябрҙең тәүге аҙнаһы тамамланыуға ҡарамаҫтан, талпан ҡаҙалыу осраҡтары кәмемәй. Бөжәкте тикшертергә алып киләләр. Тимәк, урман- ҡырҙарға барғанда унан һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа, ә ҡаҙала ҡалһа, мотлаҡ лаборатор тикшереүгә бирергә кәңәш итәбеҙ. Сөнки инфекциялы талпандың зарары ваҡыт үткәс тә килеп сығыуы ихтимал.

Регина Аҡмалова, Башҡортостан буйынса рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы бүлеге етәксеһе