Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәткә-лайыҡлы баһа. Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттарға, төрлө предприятие етәкселәренә, эшҡыуарҙарға һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һәр ҡайһыһы махсус хәрби операция яугирҙарына, Белгород һәм Курск өлкәләренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән.

Республикала ирекмәнлек хәрәкәте көслө, бөгөн уларҙың бер төркөмөнә рәхмәтебеҙҙе белдерҙек. Наградалар менән бүләкләү артабан да дауам итәсәк, һәр кем иғтибарға лайыҡ, башҡарылған эшкә юғары баһа бирергә тейешбеҙ.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе