Интернет аша башҡарылған енәйәттәр Башҡортостанда 15 меңдән ашҡан

Йыл башынан Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәт осраҡтары 15 меңдән ашҡан. Дөйөм зыян күләме-2 миллиард һумдан күберәк. Мутлашыусылар төрлө алымдар ҡулланып урлашыуға бара.

Әйтәйек, кешеләрҙең «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге учет яҙмаларына инеп, шәхси мәғлүмәттәр ярҙамында кредит рәсмиләштереүгә бәйле осраҡтар артып, 25-кә еткән. Был статистика хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышында иғлан ителде. Зыян күреүселәр араһында төрлө категория граждандар бар, күп осраҡта, ҙур килеме булмаған кешеләр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар. Ошоға бәйле иҫкәртеү сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Башҡортостан халҡы иғтибарына: таныш булмаған телефон номерҙарынан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, телефон, почта йә смс-хәбәрҙәр аша шәхси мәғлүмәтте хәбәр итмәгеҙ.