Прокуратура Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереүҙе контролгә алды. Авария кисә Сипайлово биҫтәһенең Маршал Жуков урамында теркәлде. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, махсус сигнал менән ҡаршы һыҙаттан барған медиктар бригадаһы «Фольксваген Поло» һәм «Лада Гранта» менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ашығыс ярҙам машинаһы водителе, фельдшер һәм пациент, шулай уҡ иномарка хухаһы һәм пассажиры зыян күрә. Пациент 21-се ҡала клиник дауаханаһына һалынған, ҡалғандары амбулатор дауалау ала.