Иглин районында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса уҡыуҙар үтте

Юл фажиғәләрен иҫкәртеп. Иглин районында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте тарафынан юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күрһәтмә уҡыуҙар ойошторолдо. Сценарийға ярашлы, ҡотҡарыусылар аварияға тарыған автомобилдән аяғын һындырған водителде сығарып, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтте һәм артабан ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшырҙы. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына йөрәк-үпкә реанимацияһы, шул иҫәптән үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу тәртибе күрһәтелде. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай уҡыуҙар авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәренең һөнәри әҙерлеген күтәреп, экстремаль шарттарҙа эш итеү буйынса практик оҫталыҡты формалаштыра.