Өфөлә юғары социаль һөҙөмтәлелеккә һәм партнерлыҡты үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конкурсы остаздарын һәм еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Улар профсоюздар, эш биреүселәр һәм хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған киңәйтелгән ултырышта тәбрикләнде. Быйыл Бөтә Рәсәй акцияһы «Остаздарҙың лайыҡлы хеҙмәте өсөн» девизы аҫтында үткән. Бөгөн йәш хеҙмәткәрҙәрҙе яңы урынға яраҡлаштырыуҙың мөһим инструменты булараҡ был эшмәкәрлеккә айырыуса иғтибар бүленә.