Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте

Кесе ватанға һөйөү менән. Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин сәләмләне. Ул залда төрлө быуын кешеләре булыуын, уларҙы кесе ватанға һөйөү берләштереүен билдәләне. Сәхнәлә урындағы вокал һәм хореография ансамблдәре, солистар һәм балалар төркөмдәре сығыш яһаны.

Фойела шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәтен һәм үҙенсәлеген күрһәтеүсе күргәҙмә ойошторолдо. Ҡунаҡтар биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре, милли сувенирҙар, традицион кулинар изделиеларҙы һәм башҡорт орнаменты менән медицина кейеме экспозицияһы менән танышты. Аҡ халаттарҙы Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында белем алыусы яҡташ студенттарыбыҙ әҙерләгән. Бынан тыш, Башҡортостан тыуып үҫкән авторҙар Диана Свердловская менән Айрат Еникевтың яңы китаптарының исем туйы үтте.