Өфөлә, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһында «Alter еgo» театр студияһы эшләй. Тиҙҙән тамашалар актерҙар йортоноң камера сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Актер һөнәрен үҙ итеүсе йәштәр репетицияларҙың береһен дә ҡалдырмай. Ҡыҙыҡлы образдар аша улар хис-тойғоларын еткерә, остаздарынан сәхнә пластикаһына өйрәнә. Был юлы егеттәр һәм ҡыҙҙар Ганс Христиан Андерсендың «Ел» хикәйәтен сәхнәләштерә. Вольдемар һәм уның ҡыҙҙары хаҡындағы постановка менән йәш актерҙар халыҡ-ара театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.